Республикаға "Спутник Лайт" вакцинаһының икенсе партияһы килтерелде.

Тулыраҡ: Республикаға "Спутник Лайт" вакцинаһының икенсе партияһы килтерелде.

Бер компонентлы препарат 6 майҙа рәсми теркәлеү үткәйне. Тик был вакцинаны теләгән һәр кем эшләтә алмай. Әйткәндәй, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә коронавирустан йәнә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфөнөң Башфармация келәте ошо көндәрҙә “Спутник-Лайт” вакцинаһының беренсе партияһын-18 мең 308 дозаһын ҡабул итеп, һәр вакцинация пунктына 80-500-шәр доза бүлгәйне. Хәҙер иһә ойошма икенсе партия менән тәьмин ителде. Коронавирустан вакцина, бөтә нормаларға таянып килтерелә.Провизор келәттә мәкерле сирҙән килтерелгән вакцинаның һәр береһен мотлаҡ тикшереп сыға. Ҡағиҙә буйынса, ул 18-20 градуслыҡ һыуыҡта һаҡланырға тейеш.Коронавирустан вакцинаны һаҡлау өсөн ошондай махсус туңдырғыстар былтыр уҡ һатып алынған. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, вакцина бында оҙаҡ ятмай, сөнки улар шунда уҡ медицина учреждениеларына оҙатыла. «Спутник Лайт» вакцинаһы ревакцинация, йәғни ҡасандыр был сирҙе үткәргәндәргә, шулай уҡ медицина күрһәтмәһе буйынса тап ошо вакцина тәҡдим ителгән граждандарҙың айырым ҡатламдарына тәғәйенләнгән. Бер компонентлы вакцинаны 18-ҙән 60 йәшкә тиклемгеләр генә эшләтә ала. Спутник Лайт Рәсәйҙә рәсми рәүештә теркәлгән дүртенсе вакцина. Республикаға вакцинаның башҡа төрҙәре лә килтерелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан билдәле булыуынса, был аҙнала ғына 110 мең Гам-ковид-Вак, 3 мең ярым Кови-Вак һәм мең ярым Эпи-Вак вакцинаһы килтереләсәк.