Башҡортостан фехтование мәктәбенең икенсе ҡиммәтле наградаһы

Тулыраҡ: Башҡортостан фехтование мәктәбенең икенсе ҡиммәтле наградаһы

Өфө аэропортында көйәрмәндәр Токио уйындарының көмөш призеры Тимур Сафинды ҡаршы алды. Мәғлүм булыуынса Башҡортостан спортсыһы өсөн был икенсе Олимпиада. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола ул алтын һәм бронза миҙалдар яулағайны. Төнгө авиарейстың данлыҡлы пассажирын әсәһе Гөлсинә Рәхимйән ҡыҙы Сафина, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һәм тренер Лира Грушина иң тәүҙә ҡаршылай. Бәләкәй фотосессиянан һуң Тимур Сафин алсаҡ йөҙөн журналистарға йүнәлтә. Арыу тойғоһо юҡ. Кәйеф яҡшы. Маҡсаттар – яңы олимпиадаға әҙерләнә башлау. Тимур Сафин 1992 йылда Ташкентта тыуған. Фехтование менән Өфөлә шөғөлләнә башлаған. Башҡаланың 19-сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия әҙерлеге махсус спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Тап ошо мәктәптә шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр олимпия уйындары призерын алҡышлап ҡаршы ала. Ҡаршы алыусылар араһында бер нисә көн элек Токионан алтын миҙал алып ҡайтҡан Өфө ҡыҙы Аделина Заһиҙуллина ла бар. Рәсәй рапирасыларының ҡатын-ҡыҙ командаһы составында ул быйыл Олимпия чемпионы дәрәжәһенә өлгәште. Тимур Сафиндың көмөш миҙалы иһә Башҡортостан фехтование мәктәбенең икенсе ҡиммәтле наградаһы. Яҡташтарыбыҙға киләсәктә лә уңышлы ярыштар, яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.