Архангел районының Сикйылға ауылы янында оҫта урта быуат осорондағы Асгардовка тигән үҙенсәлекле этноауыл төҙөй башлаған. Ял итеүселәр Викингтарҙың көн-күреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән таныша ала. Асгардовка ауылы хужаһы Никита Михайлов экскурсияны иртә урта быуат осоро тарихынан башлай. Викингтарҙың көн-күреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары. Йорт эсендәге һәр экспонатты оҫта тарих һәм Скандинавия ерҙәрендә табылған артефактарға таянып үҙ ҡулдары менән эшләгән. Никита Михайловтың 8-се – 11-се быуат осоро менән ҡыҙыҡһыныуы 2019 йылда-үткән урта быуат дәүеренә бағышланған күргәҙмәлә ҡатнашҡандан һуң уяна. Ике йыл эсендә ул үҙ ҡулдары менән өй төҙөп һауыт-һаба, хужалыҡ кәрәк яраҡтары һәм башҡа үҙенсәлекле экспонаттар эшләй. Улар араһында музыка ҡоралы ла бар. Викингтар диңгеҙ сәйәхәтселәре була. Башлыса, улар хәҙерге ваҡыттағы Швеция, Дания һәм Норвегия биләмәләрендә көн иткән. Таулы урман эсендә урынлашҡан майҙанда туристар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Шулай уҡ улар милли ризыҡ менән таныша ала һәм үҙ ҡулдары менән иртә урта быуат осорондағы көн-күреш кәрәк-яраҡтарын эшләй ала. Киләсәктә был ерҙәрҙә тағы ла бер-нисә йорт, тимерлек, мунса, мал ҡураһы һәм хатта тирмә ҡуйыу ҡарала. Йәмғеһе бында айырым бер ауыл төҙөләсәк. Үҙенсәлекле урынға Башҡортостан туристары ғына түгел, шулай уҡ Рәсәй һәм хатта сит илдәрҙән дә киләләр.
Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу
Тулыраҡ: Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу