Өфөлә эҫе рекорды яңырҙы

Тулыраҡ: Өфөлә эҫе рекорды яңырҙы

Башҡортостандың башҡалаһында 3 августа һауа температураһы абсолют максимумдан артылды. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Көндөҙ Дим метеостанцияһында һауа температураһының 36,3 градусҡа етеүе теркәлгән. Алдағы рекорд 2000 йылда ҡуйылған ине. 21 йыл элек был көндө Өфөлә көндөҙ 35,4 градус эҫе булған. Республика буйынса иһә һауа температураһының иң юғары күрһәткесе Туймазы метеостанцияһында теркәлгән. 3 августа термометр бағанаһы 37,4 градусҡа күтәрелгән.

ФОТО: https://stihi.ru/2021/06/24/3374