Улар яңы ғына эшкә урынлашҡан хеҙмәткәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында иреккә сыҡҡан, ти зоопарк хужаһы.Кисә Өфө урамдары буйлап йүгергән дөйәне күрергә мөмкин ине. Ул Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан “Барс” зоопаркынан ҡасҡан. Инә айыу вольерынан сығып, зоопарк биләмәһендә йөрөй башлаған. Белгестәр тайыштабанды йоҡлатып, кире ситлегенә ҡайтарғансы, күршеһендә генә торған Яша исемле дөйә тауыштарҙан ҡурҡып бәйҙән ысҡынған һәм зоопарктан сығып киткән. Лайф ньюс телеканалы яҙмаһынан күренеүенсә, Яша ҡала халҡын аптыратып, тротуарҙан йүгерә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ярҙамында ҡасҡынды тотоп, кире зоопаркка ҡайтарғандар.
Айыу менән дөйәнең зоопарктан ни өсөн ҡасҡанын асыҡланғандар
Тулыраҡ: Айыу менән дөйәнең зоопарктан ни өсөн ҡасҡанын асыҡланғандар