Илһөйәрҙәргә Гран-при
Тулыраҡ: Илһөйәрҙәргә Гран-при
Пермь ҡалаһында хәрби-патриотик теле- һәм радиотапшырыуҙарҙың “Рәсәй ҡалҡаны” фестивале асылды. Быйыл ул 24-се тапҡыр ойошторолдо. Жюри ҡарамағына бөтә илдән 341 ижади эш тәҡдим ителде. Улар араһында Башҡортостан радиоһы эфирында даими эшләп килгән “Солнечный город” балалар проекты тапшырыуҙары ла бар. “Ленинград блокадаһы”, “Ватан һаҡсылары көнө”, “9 май”, “Һис нигә ҡарамаҫтан Донъя чемпионы”, “Планетарийҙар көнө”, “Йыһан көнө” программаларында йәш хәбәрселәр билдәле шәхестәр менән әңгәмәләшкән, мауыҡтырғыс биографияларҙы асҡан, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында һөйләгән ошо радиопрограммалар конкурс-фестиваль финалына сыҡты.
Рәсәй-Башҡортостан радиоһының балалар тураһында балалар өсөн балалар үҙҙәре әҙерләгән проектына быйыл 10 йыл. Дәртле ҡыҙҙар һәм малайҙар етәкселәре Луиза Әхтәмова етәкселегендә телетапшырыуҙар ҙа әҙерләй. Улар “Башҡортостан24” каналында көн һайын эфирға сыға.
“Рәсәй ҡалҡаны” фестивалендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Пермь крайы филармонияһының орган концерт залында 4 августа Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт дүрттә башлана. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләп яҡшы хәбәрҙәр көтәбеҙ.