Континенталь хоккей лигаһының көнсығыш конференцияһы финалында Салауат Юлаев менән Металлург өсөнсө уйын үткәрҙе. Өфө-Ареналағы осрашыу юлаевсылар файҙаһына 3-кә 2 иҫәбенә тамамланды. Тәүге һәм һуңғы шайбаларҙы Сами Лепистё индерҙе, Николай Прохоркин үҙ иҫәбенә 1 шайба өҫтәне. Шулай итеп, Игорь Захаркин тәрбиәләнеүселәре серияла ҡоро иҫәпкә еңелеү серияһын өҙҙө, иҫәп тимерселәр файҙаһына 2-гә 1. Иртәгә комжандалар Өфөлә 4-сегә осраша. 4 еңеүгә өлгәшеүсе команда төп трофей – Гагарин кубогы өсөн көрәшкә юллама ала. Көнбайыш конференцияла 3-кә 0 менән ЦСКА алда бара. Бөгөн СКА еңелгән осраҡта Мәскәү армеецтары финалға үтә.
Уйынды дауам итеүгә өмөт уянды
Тулыраҡ: Уйынды дауам итеүгә өмөт уянды