Тәүге ҡыңғырау тантанаһы була
Тулыраҡ: Тәүге ҡыңғырау тантанаһы була
Башҡортостан мәктәптәрендә быйыл тәүге ҡыңғырау байрамы ғәҙәти тәртиптә ойошторола. Был хаҡта фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғалиева Башҡортостан 24 каналында үткән "Хәйерле иртә, Республика" программаһында белдерҙе. Тантаналар асыҡ һауала үтәсәк. Балаларын яңы уҡыу йылы менән табрикләп ата-әсә лә мәктәп линейкаларында ҡатнаша ала. Республика мәктәптәрендә уҡытыусы һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең 53 проценты коронавирустан прививка яһатҡан.
2021-2022 яңы уҡыу йылына Башҡортостан мәктәптәре 500 меңгә яҡын уҡыусыны көтә, шуларҙың 60 меңдән ашыуын — беренсе класҡа.