Янғын киҫкенләшә

Тулыраҡ: Янғын киҫкенләшә
Хәйбулла районында урман яна, янғын ауылдарға янай. Бары 4 йорт тороп ҡалган Кесе Әбеш ауылы тулыһынса янып бөткән. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, ут "Аҡсарлаҡ" лагерына яҡынлаша. Был ял комплексында смена араһында балалар һәм спортсылар өсөн походтар ойошторолган. Бөгөн хакимиәт башлығы ҡарары менән 68 бала һәм 10 уҡытыусы эвакуацияланған. Лагерҙы янғындан ҡурсалау маҡсатында бульдозерҙар сикләү һыҙатын һөргән, шулай уҡ янғындан ҡаршы һыу сиген ҡороу күҙ уңында тотола. Иванов ауыл советы биләмәләрендә янғын һүндерергә ярҙамға күрше район халҡы, гусеницалы техника, янғын һүндереү хеҙмәттәре килгән. Әбеш зонаһында Аҡъяр янғын һүндереү часы, ирекмән командалары эшләй. Хайбуллаға Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан өҫтәмә ярҙам юлланган. Фото: https://vk.com/photo516529973_457241626