Башҡортостанға Владимир Путин килде

Тулыраҡ: Башҡортостанға Владимир Путин килде
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостанға эш сәфәре башланды. Ил етәксеһе Әбйәлил районында “Ласселсбергер” компаниялар төркөмөнөң “Цемикс” төҙөлөштә ҡулланыла торған ҡоро ҡатнашмалар заводын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашасаҡ. Предприятиены асыу аҡ цемент импортын кәметергә, шулай уҡ төбәктә сәнәғәт үҫешенә булышлыҡ итә. Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу ҙа үткәрәсәк.