Рәсәй Президенты Владимир Путин Силәбе өлкәһендә урман янғындарына бәйле хәлде киҫкен, тип баһаланы. Ил етәксеһе әйтеүенсә, әле бер-нисә субъектта урмандар яна. Владимир Путин был мәсьәләгә етди иғтибар бирергә, тәү сиратта, кешеләр тураһында ҡайғыртырға ҡушты. Силәбе өлкәһе губернаторы янғындарҙы һүндереү, зыян күреүселәргә ярҙам итеү йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Тиҙҙән Владимир Путиндың Башҡортостандың Әбйәлил районына килеүе көтөлә. Ил етәксеһе Әбйәлил районында “Ласселсбергер” компаниялар төркөмөнөң “Цемикс” төҙөлөштә ҡулланыла торған ҡоро ҡатнашмалар заводын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнаша. Предприятиены асыу аҡ цемент импортын кәметергә, шулай уҡ төбәктә сәнәғәт үҫешенә булышлыҡ итә. Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу ҙа үткәрәсәк.
Рәсәй Президенты янғындарға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға саҡырҙы
Тулыраҡ: Рәсәй Президенты янғындарға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға саҡырҙы