Төп иғтибар зыян күргән кешеләргә
Тулыраҡ: Төп иғтибар зыян күргән кешеләргә
Янғындарҙа милкен юғалтыусылар ярҙамды ваҡытында алырға тейеш. Был турала Силәбе өлкәһе Магнитогорский ҡалаһында үткән кәңәшмәлә Рәсәй Президенты белдерҙе. Владимир Путин әйтеүенсә, бәхәсле мәлдәр һәр ваҡыт кеше файҙаһына хәл ителергә тейеш. Ил етәксеһе әйтеүенсә, әле бер-нисә субъектта урмандар яна. Владимир Путин был мәсьәләгә етди иғтибар бирергә, тәү сиратта, кешеләр тураһында ҡайғыртырға ҡушты. Тиҙҙән Владимир Путиндың Башҡортостандың Әбйәлил районына килеүе көтөлә. Ил етәксеһе Әбйәлил районында “Ласселсбергер” компаниялар төркөмөнөң “Цемикс” төҙөлөштә ҡулланыла торған ҡоро ҡатнашмалар заводын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнаша. Предприятиены асыу аҡ цемент импортын кәметергә, шулай уҡ төбәктә сәнәғәт үҫешенә булышлыҡ итә. Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу ҙа үткәрәсәк.