Владимир Путин Башҡортостанда завод асты
Тулыраҡ: Владимир Путин Башҡортостанда завод асты
Ласселсбергер компаниялар төркөмө етәксеһе "Цемикс" заводын донъялағы заманса предприятие тип баһаланы. Ул Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. "Санкциялар шарттарында беҙ уртаҡ тел таба алдыҡ, Башҡортостан етәкселеге инвестициялар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Башҡортостандағы завод яңы эш урындары ғына булдырманы, ә Силәбе һәм Екатеринбург өлкәләрендә ошондай уҡ заводттар төҙөүгә этәргес бирҙе", — тине Ласселсбергер компаниялар төркөмө етәксеһе. Заводтты Рәсәй Президенты Владимир Путин асты.