Хеҙмәттәшлек нығына
Тулыраҡ: Хеҙмәттәшлек нығына
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда аҡ цемент етештереү заводын асыу тантанаһында Владимир Путин “Цемикс” заводы Рәсәйҙең һәм Австрияның инвестициялар йүнәлешендәге тығыҙ хеҙмәттәшлегенә асыҡ миҫал, — тип белдерҙе. “Рәсәйҙә 1 мең ярымдан ашыу компания уңышлы эшләп килә, дөйөм инвестициялар күләме 6 миллиард долларға етте. Иң мөһиме — уларҙың күбеһе эшкәртеү сәнәғәтенә, машиналар төҙөүгә һалына һәм юғары технологиялар ярҙамында башҡарыла” тине Президент.
Заводты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша Австрияның федераль канцлеры Себастьян Курц сәләмләне. Бындай инвестиция проекттары ике ил өсөн дә отошло, һәм, хеҙмәттәшлекте нығыта! — тине ул үҙ сығышында.