Рәсәй өсөн уникаль завод

Тулыраҡ: Рәсәй өсөн уникаль завод
Әбйәлил районында төҙөлгән предприятие Рәсәй өсөн уникаль булып тора. Ни өсөн тигәндә, аҡ цементтың 70 проценты әлегә тиклем сит илдәрҙән һатып алынған. Ласселсбергер компаниялар төркөмөнә ингән “Цемикс” заводы хәҙер был ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә аласаҡ. Шуныһы мөһим — төҙөлөш ҡатнашмаһы заманса технология буйынса ҡоро ысул менән етештереләсәк. Был инде сығымдарҙы 30 процентҡа кәметә. Рәсәйҙә эшләгән берҙән-бер завод әле элеккесә һыулы юл менән етештерә. Барлығы 220 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Әле шуларҙың 145-е эшкә төшкән дә инде. Компания етәксеһе Йозеф Ласселсбергер завод өсөн тап Башҡортостан һайланыуы осраҡлы түгел, беҙҙе күптәнге хеҙмәттәшлек бәйләй, - тине.