Дауыл ҡорбаны
Тулыраҡ: Дауыл ҡорбаны
Бишбүләк районында дауылда ҡазаланған баланың ғүмере өҙөлдө. 14 йәшлек ҡыҙ дауаханала вафат булды. Был хаҡта район хакимиәте башлығы социаль селтәрҙә хәбәр итте. Ул баланың ата-әсәһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Июлдә көслө ел сығып сауҙа үҙәгенең ҡыйығын емерә. Ауыр ҡоролма баланың өҫтөнә килеп төшә.