Тәбиғәт янғындары менән көрәш
Тулыраҡ: Тәбиғәт янғындары менән көрәш
Башҡортостанда тәбиғәт янғындары менән көрәш дауам итә. Әлегә 2 меңдән ашыу гектар майҙандағы 25 урында янғын теркәлгән, уларҙың 8-е ҡамап алынған. Утты һүндереүгә ике йөҙҙән ашыу техника, мең ярымға яҡын кеше йәлеп ителгән. Йылайыр һәм Хәйбулла райондарында ут менән көрәшкә йөҙгә яҡын өҫтәмә янғын һүндереү аппараты килтерелгән. Хәйбуллала янғын һүндереүселәргә ирекмәндәр ҙә ярҙам итә. Республикала ваҡытлыса йәшәүгә тәғәйенләнгән 67 пункт әҙерләнгән. Улар, дөйөм алғанда, 12 мең 80 кешегә иҫәпләнгән.
Фото: https://im0-tub-ru.yandex.net