Көндәр эҫе тора

Тулыраҡ: Көндәр эҫе тора
Башҡортостанда йәйге селлә дауам итә. Синоптиктар был аҙнала ла эҫе көндәр вәғәҙәләй. Алдағы өс көндә һауа температураһы 30 градусҡа тиклем күтәрелә. Яуым-төшөм көтөлмәй. Шунлыҡтан янғындарға бәйле хәл ҡатмарлы ҡала. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда ут менән һаҡ булырға кәрәк. Янғын тураһында тиҙ арала ҡотҡарыу хеҙмәттәренә хәбәр итеү зарур. Фото: https://im0-tub-ru.yandex.net/i?id=873cc41535035a57ee08564e7be23ae3-l&n=13