Юлламаны кем отор?

Тулыраҡ: Юлламаны кем отор?

Башҡаланың “Торатау” конгресс-холында прививка эшләтеүселәр араһында шифаханаға юллама уйнатыу дауам итә. Ошо көндәрҙә акцияның беренсе этабында отҡандарға 22 юллама тапшырылды. Бүләктәр уйнатыуҙа 2700 кеше ҡатнашты. Еңеүселәр республиканың иң яҡшы 9 шифаханаларының береһендә 2 аҙналыҡ дауалау йә сәләмәтлектәрен тергеҙеү курсын үтә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Торатау” конгресс-холында 14 июлдән 20 авгусҡа тиклем прививка яһатҡандар араһында Башҡортостан шифаханаларына юллама уйнатыла. 14 һәм 28 август тағы 64 сертификат үҙ хужаһын табасаҡ. Акцияла ҡатнашыу өсөн “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан вакцина үҙәгендә привика яһатырға һәм бирелгән код буйынса “Сәләмәт Өфө” сайтында теркәлергә кәрәк.