Башҡортостанда яңы Коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын эшләтеүселәр һаны миллионға яҡынлашты. Тәүгеләрҙән булып вакцинаны табиптар эшләтә башлағайны. Әлеге көнгә медицина хеҙмәткәрҙәренең 90 проценттан күбеһе иммунизация үткән. Йөрәк менән шаярмайҙар. Бигерәк тә пандемия осоронда йөрәк ҡан-тамырҙары менән сирләүселәр айырым бер хәүеф төркөмөнә инә. Ковид ҡушылһа сир тағы ла ҡатмарлашыуы ихтимал. Шуға ла дауаханала вирус таралыуына юл ҡуймау табиптарҙың төп бурыстарының береһе. Отставкалағы полковник Мәсғүт Ғәлләмов тәртип ярата. Карауатын да хәрбиҙәрсә уңай ғына итеп йыйыштырып ҡуйған. План буйынса операцияға ятырға булғас февраль айында уҡ вакцина эшләткән. 2020 йылдың яҙында илебеҙгә килеп ингән вирус бөтә медицина өлкәһен, табиптарҙы яңыса эшләргә өйрәтте. Ҡыҙыл зоналар барлыҡҡа килде, дауаханаларҙың һәр бүлеге вирус индермәү йәһәтенән яңы шарттарҙа эшләй башланы. Кардиоүҙәктең хирургия бүлегендә лә ашығыс рәүештә дауаханаға килгәндәр өсөн махсус маршруттар булдырыла, коронавирус менән сирлеләр өсөн айырым операция үткәреү бүлмәләре билдәләнә.Үткән йыл август айында Тимур Нәзир улы үҙе лә Коронавирус сиренә дусар була һәм сирҙе ауыр ғына кисерә. Иммунитет мәңгелек түгел тип табип июль айында Ковид-19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын эшләткән. Көнөнә кардиоүҙәккә Ковид-19 сирен үткәргән 2-3 кеше дауаланырға ята. Сирҙең эҙемтәһе тағы ла ауырыраҡ булыуы мөмкин икәнен табиптар яҡшы аңлай һәм вакцина Коронавирусҡа ҡаршы иң һөҙөмтәле ысул, тип һанай. Кардиология үҙәгендә хеҙмәт иткән 900 кеше араһынан әле вакцина эшләтмәгән 13 кеше генә ҡалды, ти баш табип.Үткән йыл сентябрь айында тәүге 10 вакцинаны тап медицина хеҙмәткәрҙәре ҡаҙатты. Был аңлашыла ла, сөнки сирлеләр менән күберәк табиптарға эшләргә тура килә, улар хәүеф төркөмөндә. Вакцинация өсөн Башҡортостанда башлыса Гам Ковид Вак препараты ҡулланыла. Алдағы көндөрҙә Эпи Вак һәм Кови Вак препараттарының яңы партияһы ҡайтарыла. Вакцинаның беренсе компонентын Башҡортостанда миллионға яҡын кеше ҡуйҙырған.