Республика етәксеһе урман янғындарына бәйле белдереү яһаны.

Тулыраҡ: Республика етәксеһе урман янғындарына бәйле белдереү яһаны.

“Киләһе көндәрҙә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Ҡурҡыу тойғоһо юҡ, нимә эшләргә кәрәклеген һәр кем белә”- тип хәбәр итте Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Әле Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Баймаҡ, Күгәрсен райондарында урмандар яна. Утты һүндереүгә ирекмәндәр талап ителә. Быйылғы эҫе көндәр һәм көслө ел урман янғындарының ҡотороуына булышлыҡ итте. Янғын уңайһыҙ, кеше барып етә алмаған ерҙәрҙән тоҡанып китә. Бындай мәлдә ут менән көрәшеүсе һәр кемдән йылдамлыҡ талап ителә. Ваҡытында күреп ҡалырға һәм тиҙ арала һүндерегә. Меңәрләгән ирекмән уңайһыҙ шарттарҙа ҡыҙыл әтәс менән көрәшә. Урмандан ут йорттарға күскәндә нимә була, быныһы бигерәк аяныслы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә көстәр 25 урындағы урман янғынын һүндереүгә ташланған. Уның дөйөм майҙаны 2 мең 100 гектар. Шуның 8 урындағыһы, йәғни, 1 мең 600 гектар майҙаны әлегә һүндерелгән. Бының өсөн 202 берәмек техника йәлеп ителгән, ауылдар эргәһендәге урман ситендәге ерҙәрҙе һөрөү дауам итә. Әле Хәйбуллала ҙур майҙандар менән 3 урында, Ейәнсурала 25, 5-шәр гектарҙа 3 урында яна, Бөрйәндә 16 урында, Йылайыр, Баймаҡ, Күгәрсен райондарында ла бер нисә ерҙә янғын теркәлгән. Урындағы халыҡтың ғына көсө менән ялҡынды еңерлек түгел. Ирекмәндәр талап ителә. Хәйбулла районы хакимиәтенән әйтеүҙәренсә, ирекмәндәр өсөн балалар лагеры бушатылған. Туҡланыу ойошторола. Синоптиктар мәғлүмәтенә ҡарағанда, киләһе көндәрҙә лә яуым-төшөм көтөлмәй. Янғын хәүефе шулай уҡ 3-4 класс тирәһендә ҡала. Әлеге мәлдә бәләкәй генә осҡон да ҙур хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә Башҡортостан етәкселеге халыҡты урманда һаҡ булырға саҡыра. Әгәр бәләкәй генә ут урыны күрһәгеҙ ҙә уны һүндереп шунда уҡ ҡыҙыу линияға шылтыратыу зарур. Телефон һандары /8 (800) 100-94-00

ФОТО https://na-zemle-salavata.com/news/novosti/2021-08-08/v-haybullinskom-ra...