Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр.

Тулыраҡ: Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр.

Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр.

Хәйбулла районы етәксеһе районда ҙур янғындар һүндерелде, тип белдерҙе. Был турала Рөстәм Шәрипов Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. “4 августан башлап район биләмәһендә бер-нисә урында урман янып китте. Әле беҙ утҡа ҡаршы көрәште дауам итәбеҙ. Дежур итеү ойошторҙоҡ. Хәлде тотороҡло, тип баһаларға мөмкин”. Республика башлығы Радий Хәбиров республика райондарында ут менән көрәшеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Башҡортостанда урман янғындары менән хәл ҡатмарлы булһа ла, уны артыҡ хәүефле, тип әйтеп булмай. Ялан һәм баҫыуҙарға тоҡанған ут Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән райондарына ҡурҡыныс менән янай. Аҡъярға, мәҫәлән, республиканың барлыҡ төбәктәренән тиерлек ауыр техника ебәрелгән. Авиацияны ҡулланыу ҙа һөҙөмтә бирә. Ваҡиға урынында, бәләгә ҡаршы көрәштә, ҡотҡарыусылар, махсус хеҙмәттәр генә түгел, ә ирекмәндәр ҙә ҡатнаша. Утты һүндереүгә ике меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, әле Хәйбулла менән сиктәш райондар күҙәтеүгә алына. Тик Башҡортостанға тынысланырға иртәрәк. Республикала көндәр тағы ла эҫетә. Климатик шарттарға алдан әҙерләнергә кәрәк. Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, киләһе йылда янғындарҙың тағы күберәк булыуы ихтимал. Эҫе көндәр, янғын, авариялар менән бергә тағы ла бер мәсьәлә – ковид. Коронавирус ҡорбандары һаны арта. Бөгөнгә махсус госпиталдәрҙең ни бары 12 проценты буш. Пациенттар араһында 7 сырхауҙың хәле ҡыл өҫтөндә. Улар яһалма тын алыу ҡоролмаһына тоташтырылған. Миллионға яҡын кеше вакцинанцияның беренсе этабын үтһә, ике компонентты алғандар һаны 800 меңгә яҡынлаша. Республикала коронавирустан вафат булғандар араһында күбеһе 60 йәштән уҙыусылар. Башҡортостанда ҡала-яны поездары хәрәкәте лә камиллаша. Быйыл, мәҫәлән, миллион дүрт йөҙ мең самаһы пассажир электричкалар менән файҙаланған. Киләһе йылдан иһә Шаҡшанан Абдуллин станцияһына тиклем яңы маршрут булдырылһа, Өфөнән Белоретҡа тиклем дә электричкалар йөрөр башлар, тигән ышаныс бар.Өфө тимер юл ҡуласаһы проекты иң перспектив программаларҙың береһе. Республика башлығы әйтеүенсә, төбәк ҡаҙнаһына ошо йәһәттән федераль бюджеттан кәм тигәндә лә 28 миллиард һум күсерергә кәрәк. Башҡортостандың һанлы үҫеш министрлығы иһә республикала бойомға ашырылған проект һөҙөмтәләрен барлай. Цифрлы ҡушымталар ярҙамында халыҡ һәм башҡарма власть органдары араһындағы бәйләнеште үҫтереү әле ҡәнәғәтләнерлек, тигән баһа ала. Тағы шуныһы. Башҡортостан алдында торған бурыстарҙың береһе – Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек. Был турала һүҙ Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм республика башлығының осрашыуы барышында ла әйтелде. Башҡортостан мәктәптәре әле яңы уҡыу йылын әҙерләнә. Был аҙнала республиканың белем биреү тармағында август кәңәшмәләре старт ала.