Португалияла коронавирустан вакцина яһатыуға ҡаршы ғаилә ағзаларының һәммәһе лә ошо сир сәбәпле яҡты донъя менән хушлашҡан. Был хаҡта “Новости” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы The Guardian баҫмаһына һылтанып хәбәр итте. Һәләк булғандарҙың туғаны Фрэнсис Гонсалвеш әйтеүенсә, әсәһе, атаһы һәм ағаһы прививкаға ҡаршы хәрәкәт пропагандаһына ышанып вакцинанан баш тартҡан. Бөтәһе лә яңы коронавирус сирен йоҡтороп бер аҙна эсендә вафат булған.
Мәғлүм булыуынса, Португалия премьер-министры Антониу Кошта ил коронавирустың “дүртенсе тулҡыны” менән осрашты, тип белдергәйне. Властар ошо уңайҙан дәүләттең бер нисә биләмәһендә, шул иҫәптән башҡала Лиссабонда комендант сәғәте иғлан итте.
ФОТО һttps://yandex.com/news/story/Portugaliya_zakryla_granicy_i_prodlila_rezhim_CHP_iz-za_koronavirusa--aea8fad78e828a0ddf2c2f1f6d4c1ff6?lang=ru&rubric=Portugal&fan=1&stid=RVUOM-05QgCr_cM6We2R&t=1612003417&persistent_id=127733298