Табиптарҙың күсмә бригадалары йәнә эш башлай

Тулыраҡ: Табиптарҙың күсмә бригадалары йәнә эш башлай

Коронавирусҡа бәйле киҫкен хәлдәге төбәктәргә ярҙамға табиптарҙың күсмә бригадаларын файҙаланыу дауам итәсәк. Рәсәй Хөкүмәте ошо маҡсатҡа бюджеттан 127 миллион 600 мең һум өҫтәмә сара бүлә. Ҡарарға Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Аҡса табиптраҙың эш хаҡын түләүгә тәғәйенләнгән. Былтыр был был өлкәгә сығымдар 200 миллион һум тәшкил итте. Күсмә бригадалар эпидемиологик хәл айырыуса киҫкен төбәктәргә сыға. Федераль медицина учреждениелары белгестәре урындарҙа хеҙмәттәштәренә белешмә бирә, ауырыуҙарҙы дауалау буйынса ғәмәлдә ярҙам күрһәтә. Бригадалар составында анестезиолог-реаниматолог, пульмонолог, кардиолог, терапевтар бар. Был эштә йәмғеһе Рәсәйҙең 32 медицина учреждениеһы ҡатнаша, улар араһында Башҡорт дәүләт медицина университеты ла бар. БДМУ клиникаһы табиптары 2020 йылда мобиль бригадалар туплап Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә һәм Ҡырғыҙстанда коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәште.

ФОТО: https://www.bashinform.ru/news/1479833-kak-vrachi-bashkirii-pomogayut-ki...