Ҡыҙыл әтәс менән көрәш

Тулыраҡ: Ҡыҙыл әтәс менән көрәш

Республиканың көньяҡ-көнсығышында ҡыҙыл әтәс менән көрәш дауам итә. 10 август иртәһенә 27 урында янғын теркәлгән. Уларҙың дөйөм майҙаны 3 мең 100 гектарҙан ашыу. Иң күп сығанаҡтар Бөрйән районында – 21 урында 200 гектар ағаслыҡ тоҡанған. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов билдәләүенсә, әлеге минутҡа уларҙың барыһы ла тиерлек күҙәтеүгә алынған. Уттың ауылдарға таралыу хәүефе юҡ.

Хәйбуллала ла хәл контролдә. Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында ҡотҡарыусылар менән бер рәттән төрлө тарафтарҙан йыйылған ирекмәндәр ут һүндерешә. Волонтер рәтендә беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Иҙел Алсынов та бар.

Янғындар барған төбәктә яҡын арала яуым-төшөм көтөлмәй тип хәбәр итә синоптиктар. Температура 30 градус тирәһе. Урманға сыҡҡанда усаҡ яҡмаҫҡа кәңәш ителә, янғын сығанағына тап булған осраҡта уны тиҙ арала һүндерергә, ҡотҡарыу хеҙмәттәренә хәбәр итергә кәрәк.

ФОТО https://gtrk.tv/novosti/13334-zilairskom-rayone-lokalizuyut-lesnoy-pozhar