Башҡортостанда миллионынсы кешегә прививка эшләгәндәр. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Вакцинаның ике компонентын да эшләткән кешеләр һаны 800 меңгә еткән. Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы коронавирусты ауыр кисергән кешеләр араһында йәштәр ҙә бар. Вирустың таралыуын тәүге айҙарҙа изоляция ярҙамында ғына сикләй алһаҡ, хәҙер күпкә уңайлы ысул бар – ул вакцинация.
ФОТО https://bloknot-stavropol.ru/news/koronavirus-na-stavropole-21-dekabrya-tysyacha-pri