35 ауылға күсмә клуб

Тулыраҡ: 35 ауылға күсмә клуб

Асҡын районы тәгәрмәс өҫтөндәге сәхнәле, йәғни, автоклублы булды. Махсус транспорт “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә һатып алынған. Унда заманса яҡтыртыу һәм тауыш ҡоролмалары ҡуйылған. Күп функциялы мәҙәни үҙәк ауылдар буйлап концерттар ойоштороуға, саралар үткәреүгә, кино күрһәтеүгә, спектаклдәр ҡуйыуға иҫәпләнгән. Автоклуб мәҙәниәт усағы булмаған ауылдар буйлап йөрөйәсәк, ә Асҡын районында ундайҙар һаны 35.

ФОТО https://yandex.ru/maps/org/askino_1630/79754774597/gallery/