Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге күперҙә бөгөн автомобилдәр хәрәкәте тергеҙелде. Үткәүелде техник асыу сараһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика Башлығы билдәләүенсә, быға тиклем яңы юлды асыу декабрь айына планлаштырылған ине. “Беҙ эштәрҙе ваҡытынан алда башҡарып сыға алдыҡ. Төҙөүселәргә рәхмәт! Күптәр был күпер беҙгә нимәгә кәрәк ине, ярты йылдан ашыу ҡалаға ингән ерҙә тығындар булды тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе... Яуап шулай: күпер 4 һыҙаттан 6-ға тиклем киңәйтелде, ул ҙур транспорт ағымына иҫәпләнгән, хәҙер үткәүел мөмкинлектәре өстән бер тапҡырға юғарыраҡ, тимәк тығындар кәмей, йөрөү уңайлыраҡ буласаҡ. Үткәүелгә менгән әйләнмәле юлдарҙы октябргә тамамлайбыҙ” тине Радий Фәрит улы.
ФОТО https://ufa.rbc.ru/ufa/10/08/2021/6112341f9a794782fe40a7de