Өфө урамдарына яңы троллейбустар сыҡты. “Горожанин” маркалы йәмәғәт транспортының төп үҙенсәлеге – сымдарға тоташмайынса батарейка көсө менән 20 километрға тиклем юл үтә алыуында. Өфө трамвай-троллейбус заводы төҙөгән техника 90 пассажирға иҫәпләнгән, ул заманса уңайлыҡтар, видеокүҙәтеү һәм ЮСБ зарядкалар менән йыһазландырылған. Яңы троллейбустар 13 маршрутты хеҙмәтләндерә.