Вакцина яһатмаған - үлгән

Тулыраҡ: Вакцина яһатмаған - үлгән

Коронавирус ҡорбандарының береһе лә тиерлек вакцина яһатмаған. Республикала вакцина яһатҡандан һуң, коронавирустан үлем осрағы теркәлмәгән. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Вафат булғандар араһында беренсе компонентты алып өлгөргәндәр бар. Улар хроник сирҙәрҙән яфаланған. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, ковидтан үлгәндәрҙең 80 проценты алтмыш йәштән өлкән һәм улар вакцина яһатмаған. Министр шулай уҡ төбәккә йәнә вакцинаның ҙур партияһы килтерелеүе хаҡында хәбәр итте. Әле республикала 1 миллиондан ашыу кеше коронавирустан вакцина яһатҡан. План буйынса, тағы ла 900 мең кешегә прививка эшләтеү бурысы ҡуйыла.

ФОТО https://trk7.ru/news/122746.html