Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Радий Хәбировтан ГАЗ 66 автомобиле базаһында янғын һүндереү машинаһы биреүҙе һораны. Бөгөн Республика Башлығы тәбиғәт ғәрәсәтенә бәйле хәл менән яҡындан танышыр өсөн Урал аръяғына юлланды. Хәйбуллала уттан зыян күргән биләмәләрҙе вертолеттан ҡарағандан һуң ауыл халҡы һәм янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан ирекмәндәр менән осрашып аралашты. Радий Хәбиров техника яғынан ярҙам булыр, тине, шулай уҡ халыҡ үтенесе буйынса ауылда фельдшер-акушер пункты һәм мобиль элемтә мәсьәләһен дә хәл итергә вәғәҙәләне. Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр Рәсәй-Башҡортостан радиоһы эфирындағы яңылыҡтарҙа һәм “Хәбәрҙәрҙең” 11 август сығарылышында.
Хәйбуллала осрашыу
Тулыраҡ: Хәйбуллала осрашыу