Тәбиғәт усаҡтары һаны

Тулыраҡ: Тәбиғәт усаҡтары һаны

11 августың сәғәт иртәнге һигеҙендә алынған мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостан республикаһы биләмәһендә тәүлек эсендә 6 усаҡ теркәлгән. Ут 22,15 гектарҙы ялмап алған. Белорет районында 3 гектарҙа ике усаҡ, Учалыла 4,1, Баймаҡта – 4,5, Йылайырҙа —  1,3, Дауанда – 8,6 гектарҙа урман яна. Янғындарҙың 25,1 гектарҙағы 8 усағы һүндерелгән. Шул иҫәптән Учалы районында 4, Әбйәлилдә 3 ярым, Бөрйәндә 6 августан 10-на тиклем тиҫтәнән ашыу гектарҙа ут юҡ ителгән. Әле өс мең ярымдан ашыу гектар майҙанда урман яна. Ут менән көрәш Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Белорет, Баймаҡ, Дыуан райондарында бара. Янғын һүндереүгә 1204 кеше һәм 285 берәмек техника йәлеп ителгән.