Ҡоро ысул менән етештерелгән төҙөлөш материалы.

Тулыраҡ: Ҡоро ысул менән етештерелгән төҙөлөш материалы.

Әбйәлил районында төҙөлгән “Цемикс” предприятиеһы Башҡортостанда төҙөлөш күләмен ҡырҡа арттырыу мөмкинлеген бирә. Аҡ цементтың 70 проценты әлегә тиклем сит илдәрҙән һатып алынған. “Цемикс” заводы хәҙер был ихтыяжды ил кимәлендә тулыһынса ҡәнәғәтләндерә ала. Әбйәлилдә "Цемикс" заводын асыу Башҡортостан сәнәғәте тарихында әһәмиәтле ваҡиға. Төҙөлөштә ҡулланыла торған ҡоро ҡатнашмалар етештереү бында заманса технологияларға нигеҙләнеп алып барыла. Уны асыу тантанаһында сығыш яһап Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда аҡ цемент етештереү заводын асыу тантанаһында Владимир Путин “Цемикс” заводы Рәсәйҙең һәм Австрияның инвестициялар йүнәлешендәге тығыҙ хеҙмәттәшлегенә асыҡ миҫал, —  тип белдерҙе. Предприятие Австрияның "Ласселсбергер" компаниялар төркөмөнә ҡарай. Башҡортостанда был инвестор 10 йылдан ашыу эшләй, "Цемикс" заводы - икенсеһе. Бындай инвестиция проекттары ике ил өсөн дә отошло тигән фекерҙә компания етәксеһе. Ласселсбергер компаниялар төркөмө етәксеһе «Цемикс» заводын донъялағы заманса предприятие тип баһаланы. Ул Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. «Санкциялар шарттарында беҙ уртаҡ тел таба алдыҡ, Башҡортостан етәкселеге инвестициялар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Башҡортостандағы завод яңы эш урындары ғына булдырманы, ә Силәбе һәм Екатеринбург өлкәләрендә ошондай уҡ заводттар төҙөүгә этәргес бирҙе», — тине Ласселсбергер компаниялар төркөмө етәксеһе. “Цемикс” заводы йылына 240 мең тонна ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары сығарыу ҡеүәтенә эйә. Инвестиция проектының хаҡы 6 миллиард һумға яҡын. Быға тиклем аҡ цементтың 70 проценты ситән һатып алынған. Заманса предприятие урындағы был ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә һәм төбәк сәнәғәтен яңы баҫҡысҡа күтәрер тип көтөлә. Предприятиела аҡ цемент заманса технология буйынса ҡоро ысул менән етештерелә. Был һыулы юл менән етештереүгә ҡарағанда күпкә отошлораҡ. Сығымдар ҙа, эш процесындағы ҡалдыҡтар күләме лә кәмей. Юғары сифатлы цемент төҙөүселәрҙең дә хеҙмәтен еңелләштерә. Илдәге иң юғары сифатлы аҡ цемент етештергән предприятие халыҡ-ара талаптарға нигеҙләнеп эшләй. Шуға ла бында уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Төп бурыстарҙың береһе - тирә-яҡ мөхиткә зыянды мөмкин тиклем кәметеү. Производствола эш процесы тулыһынса автоматлаштырылған. Бөтәһе 220 хеҙмәт урыны. Әле хеҙмәткәрҙәрҙең 145-е эшкә тотонған. Киләсәктә һанды тағы арттырыу ҡаралған. Предприятиенең сафҡа инеүе төбәктең сәнәғәт үҫешенә һәм илдә аҡ цементҡа булған ихтыяжды кәметергә ярҙам итәсәк. Киләсәктә Цемикс заводында аҡ цементтан тыш, йылына 100 мең тонна микрокальцит етештереү, шулай уҡ ҙур күләмдә төҙөлөш ҡатнашмалары сығарыу күҙаллана.

ФОТО https://www.lasselsberger.com/en/history/