Олег Ханов 70 йәшлек юбилейын билдәләй

Тулыраҡ: Олег Ханов 70 йәшлек юбилейын билдәләй

Республикала ғына түгел, тотош илебеҙҙә оло ихтирам һәм һөйөү яулаған сәнғәт әһеле. Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ярты быуат элек тиерлек беренсегә театр тупһаһы аша атлап үтеп, студент булараҡ сәхнәгә сыҡҡан мәлен Олег Ханов бөгөнгөләй хәтерләй. Нәжип Асанбаевтың “Һыу юлы”нда Нурис, Мостай Кәримдең “Айгөл иле” спектаклендә Ричард Галин — тәүге ролдәр. Республикабыҙҙың театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусы арҙаҡлы шәхестәр менән бер сәхнәлә, бер спектаклдә уйнап, беренсе аҙымдарҙы башлау оло бәхет һәм тормошҡа ашҡан хыял, ти Олег Закир улы. Юбилярҙың театр юлын һайлауы ла осраҡлы түгел, ул артистар династияһын дауам итә. Атаһы Закирйән Ханов менән әсәһе Шәмсинур Сиражетдинова Сибай башҡорт драма театрының өлкән быуын сәхнә оҫталары. Уға сәхнәлә генә түгел, тормошта ла үҙен төрлө ролдәрҙә, төрлө һөнәрҙә һынап ҡарарға тура килә. Башҡорт дәүләт академия драма театрынан тыш, ул Мәскәүҙәге Аркадий Райкин исемендәге «Сатирикон», М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрҙарында ла уйнай. Уҡытыусы, актер оҫталығын өйрәтеүсе, етәксе вазифаларын да башҡара: республика йәш тамашасы, хәҙерге милли йәштәр театрының художество етәксеһе, Бөтөн Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Салауат башҡорт дәүләт театрының баш режиссёры. Ул тиҫтәләгән һоҡланғыс спектаклдәр теҙмәһен барлыҡҡа килтерә. 2012-2019-сы йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе вазифаһын да башҡара ул. Нисек кенә булмаһын, ғүмеренең күп өлөшөн Олег Ханов тап сәхнә менән бәйләй.