Өфөлә йола буйынса ҡымыҙсылар бәйгеһе ойошторола. Танылған милли аҙыҡ етештереүселәрҙең төбәк конкурсы еңеүсеһе “Аҡбуҙат” ипподромында шәмбе, 14 августа асыҡланасаҡ. Баһалама ағзалары ҡымыҙ өлгөләрен тәмләп кенә ҡарамай, ә шифалы эсемлек етештереүселәрҙең теоретик белемен дә иҫәпкә ала. Ярыштан тыш бәйгелә ҡатнашыусылар йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ етештереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында кәңәшмә үткәрергә ниәтләй.
ФОТО: https://ufaved.info/articles/ekobuisness/bashkirskiy_kumys_poydet_na_eksport/