Башҡортостанда заманса технология буйынса юлдар һалынасаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостанда заманса технология буйынса юлдар һалынасаҡ

Бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов асфальт өҫтөнә һалыныусы махсус япма эшләгән предприятие менән танышты. Был завод тиҙҙән тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ. Йылына ул 250 мең тонна асфальт етештерәсәк. Был завод Өфөлә ике йыл ғына эшләй. Ошо арауыҡта предприятие юғары һөҙөмтәләргә ирешкән. Дөрөҫөрәге, сит ил технологиялары ҡулланып юлдарҙы һаҡлаусы заманса япма эшләргә өйрәнгән. Ошондай уҡ, технологиялар Белоруссияла ҡулланыла һәм юлдар 8 йылға тиклем һаҡлана. Рәсәйгә килгәндә, төнъяҡ-көнбайыш төбәктәрҙә файҙаланыла. Яңыраҡ, Екатеринбург ҡалаһында ла ошо технологияны ҡуллана башлағандар.Заманса япманың маҡсаты — юлдарҙы һаҡлау һәм именлекте тәьмин итеү. Ул ябай ғына ысул менән эшләнә. Әгәр, асфальт емерелә башлаһа, ике-өс сантиметр битум һәм ҡырсынташ ҡатнаш япма һалына. Ул юлдарҙың хеҙмәт итеү ваҡытын дүрт йылға оҙайта.Завод етәкселеге уҙған йылда Дим биҫтәһендә яңы технология буйынса юл эшләгән. Уның оҙонлоғо 2 саҡырым самаһы, киңлеге 7 метр. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов был юлдың торошо менән ҡәнәғәт ҡалды.Төҙөүселәр яңы япма менән 5 километрға тиклем юлды 10 сәғәт эсендә түшәй ала. Бында йылына 250 мең тонна асфальт сығарыу ҡарала. Тәүҙә ул Өфө урамдарына йәйеләсәк.Тап ошо юлда ярты йыл элек яңы технология буйынса япма һалғандар. Ҡышын йылы ла, һыуыҡ та булды, ә ул емерелә башламаған, соҡорҙар ҙа күренмәй. Белгестәр әйтеүенсә, һыуыҡ осор юлдарға һынау булып тора. Бында иһә үҙгәрештәр күренмәй.