Янғындар буйынса оператив мәғлүмәт

Тулыраҡ: Янғындар буйынса оператив мәғлүмәт

Хәйбулла районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, районда өс ҙур янғындың таралыуы туҡтатылған. Бөгөнгө көндә бөтә көстәр Аҡъюл ауыл биләмәһенә йүнәлтелгән. Бында Урыҫбай ауылынан Ейәнсура районындағы Биштирәк ауылы йүнәлешендә, һәм Урыҫбайҙан Йылайыр районы яғына (Курочкин урыны) ҡарай биләмәлә ут сыҡҡан. Белгестәрҙең һүҙҙәренсә, был биләмәнең рельефы айырыуса ҡатмарлы, шуға ла төп көстәр тап ошо урында тупланған.

Көн һайын янғын урындарына көстәр бүлепйүнәлтелә. Ҡайҙа техника, ә ҡайҙа ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар кәрәклеге билдәләнә. Урыҫбай ауылында ирекмән штабы урынлашҡан, йоҡлау урыны Ғәлиәхмәт ауылында. Ирекмәндәр иһә бөтә республиканан йыйылған: Туймазы, Мәләүез, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ һәм башҡа райондарҙан. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Сибай башҡорт драма театры артистары, радио һәм телевидение, төрлө ойошма-учреждение хеҙмәткәре лә бар. Уларҙың барыһы ла янғын һүндереүҙә кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.