Рәсәйҙә автомобиль бензинына, дизель яғыулығына акциздарҙың һалымы арта

Тулыраҡ: Рәсәйҙә автомобиль бензинына, дизель яғыулығына акциздарҙың һалымы арта

Ошо турала Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закон Федерация советында ла хупланды. Шулай итеп, бензинға хаҡтар 7 процентҡа артасаҡ. Ил хөкүмәте ошондай юл менән бюджет дефицитын ҡапларға уйлай. Рәсәй финанстар министрлығының яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса, ҡаҙна 90 миллиард һум өҫтәмә килем аласаҡ. Яңы акциздарҙың агросәнәғәт комплексына йоғонтоһон кәметеү өсөн дизель яғыулығына хаҡ 1 һумға ғына артасаҡ.