Өфөнөң юбилейына Салауат Юлаев проспекты оҙонайтыла

Тулыраҡ: Өфөнөң юбилейына Салауат Юлаев проспекты оҙонайтыла

Яңы юлдар төҙөлөшө тураһында башҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. Парк һәм Комсомол урамындарын төҙөкләндереү эштәре дауам итә, Зинин ауылы эргәһендә тимер юл өҫтөнән үткәүел ҡорола башлаған. Ул дүрт һыҙаттан торасаҡ, оҙонлоғо 106 метр. Башҡаланың иң ҙур – Октябрь районы биләмәһен үҫтереү маҡсатында Салауат Юлаев проспектын оҙонайтыу ҡарала. Юлдың тотош оҙонлоғо дүрт километрға яҡын, яңы арауыҡ Ватутин урамын Интернациональ урам менән тоташтырасаҡ. Проект Сипайлово биҫтәһен транзит транспорттан бушатырға иҫәпләнгән.

ФОТО https://ufacitynews.ru/media/ft/f8/7f/f87fa861-020a-419a-b6c0-f423a435ad...