Янғындар буйынса яңы мәғлүмәт

Тулыраҡ: Янғындар буйынса яңы мәғлүмәт
11 август киске сәғәт алтыла алынған мәғлүмәт буйынса Башҡортостанда 4108,7 гектар майҙанда 24 урында урман яна. Хәйбуллала 2, Бөрйәндә 14, Йылайырҙа 3, Ейәнсурала 3, Баймаҡта 1 усаҡ. Өс мең ярым гектарҙан ашыу майҙанда 20 урында утҡа сик ҡуйылған. 9 гектар тирәһе майҙанда ике усаҡ һүндерелгән. Янғын менән көрәш дауам итә. Авиаразведка, минерал һыҙаттар һалыу, кәрәк саҡта ҡаршы яҡты токандырыу саралары күрелә. Ауылдарға янғын хәүефе янамай. Янғын һундереүҙә 300 берәмек техника, 1119 кеше, 523 ирекмән ҡатнаша. Хәйер, ирекмәндәр һаны даими үҙгәреп тора.