Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә президенты кәңәшсеһе Бусейна Шаабан Пальмира ҡалаһын террорсыларҙан азат итеүҙе мөһим ваҡиға тип баһалаған. Ул шулай уҡ Рәсәй президенты Владимир Путиндың террорға ҡаршы халыҡ-ара коалиция ойоштороу тураһындағы тәҡдимен дә хуплаған. Бусейн Шаабан Сүриә көрсөгөндә Төркиәнең роленә туҡталып, Эрдогандың террорсыларҙы яҡлауы тураһында белдергән.

«Омсктрансмаш» заводы янғын һүндереүсе яңы машина эшләй башланы. Ул ут һүндереү өсөн генә түгел, шатлатҡыс матдәләр һаҡланған келәттәрҙә авария-ҡотҡарыу эштәре өсөн дә тәғәйенләнгән. Яңы техника Т-72, Т-80 танктары нигеҙендә эшләнгән.

Австралия етәкселеге ҙур кәртә рифы өсөн ҡурҡыныс янауы тураһында белдерҙе. Был мәрйендәрҙең үҙ төҫөн юғалта барыуына бәйле. Һуңғы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, диңгеҙ йылыныу сәбәпле улар ағара башлаған. Экологтар был хәлгә борсолоу белдерә.

Рәсәйҙең өс вертолеты Ан-124 хәрби-транспорт самолетында Сүриәнең Хмеймим авиабазаһынан сығарылды. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ил Хмеймимға гуманитар ярҙам ташыуҙы дауам итә. Сүриә армияһы уны үҙ сиратында илдең һуғыштан зыян күргән төбәктәрендә йәшәүселәргә тарата.