Медицина учреждениелары кислород менән тәьмин итеүҙә киҫкенлектәргә юл ҡуймаҫҡа тейеш. Был йөкләмәне республика башлығы коронавирус таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында еткерҙе. Радий Хәбиров, Төнъяҡ Осетиялағы дауаханаларҙың береһендә килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл сәбәпле сирле кешеләрҙең һәләк булған осрағын хәтергә төшөрөп, 13 августҡа тиклем Башҡортостандың инфекцион госпиталдәрендә ошоға оҡшаш хәлде иҫкәртеү маҡсатында махсус уҡыуҙар үткәрергә ҡушты. Мәғлүм булыуынса, әле төбәктә 4 мең ярым инфекцион койка ғәмәлдә.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://gtrk.tv/novosti/234738-glava-bashkortostana-poruchil-obespechit-bespereboynoe-snabzhenie-meduchrezhdeniy