Торатау баҫҡыстары?

Тулыраҡ: Торатау баҫҡыстары?

Башҡортостан ынйыларының береһе – Торатауға хәҙер тик баҫҡыстан менергә рөхсәт. Геопарк етәкселеге шихандың үҫемлек һәм хайуандар донъяһын һаҡлап ҡалыу маҡсатында иҫәпһеҙ һуҡмаҡтарға сик ҡуйырға ҡарар иткән. Был хаҡта Геопарк директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Биктимеров “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуында хәбәр итте. Күтәрмәнең дөйөм оҙонлоғо 400 метр тирәһе, баҫҡыстар һаны әлегә билдәһеҙ. Әммә уларҙың тирә-яҡ мөхиткә зарар килмәһен өсөн таш, ағас кеүек тик тәбиғи материалдан ҡороласағы мәғлүм. Күтәрмәнең проекты әле әҙерлек мәлендә, төҙөлөштө октябрь аҙағына тамамлау бурысы тора. Археолог, геолог, биологтар тикшеренеүҙәрен берләштереп Торатау баҫҡыстарын шихандың иң һөҙәк яғында, кеше борондан күпләп йөрөгән һуҡмаҡ нигеҙендә урынлаштырырға ҡарар ителгән.