12 август иртәһенә республикала 51163 кешелә КОВИД19 асыҡланған, шуларҙың ике йөҙ етмеш һигеҙе сирҙе үткән тәүлек эсендә йоҡторған. Әле стационарҙарҙа 728 сирле дауа ала, шуларҙың 415-е 60 йәштән өлкән. 53 кеше ауыр хәлдә, яһалма һулыш биреү аппаратында 8 кеше. Амбулатория шарттарында өс меңгә яҡын кеше дауалана, уларҙың бер мең егерме етеһе алтмыш йәштән өлкән. Үткән тәүлектә 426 кеше дауаханаларҙан һауығып сыҡҡан, пандемия башынан был был күрһәткес 46 мең 745. КОВИД19-ҙан үткән тәүлектә генә 10 сирле һәләк булған. Республика буйынса коронавирус ҡорбандары һаны 866-ға етте. Вафат булғандарҙың 694-е алтмыш йәштән өлкән булған. Пневмония осраҡтары һаны 135. Лабораторияларҙа барыһы өс миллион ярымдан ашыу тикшеренеү теркәлгән. Бындай тикшеренеүҙәр тәүлегенә 12 мең тирәһе үткәрелә.
Яңы коронавирус инфекцияһы һандары
Тулыраҡ: Яңы коронавирус инфекцияһы һандары