Вакцинация барышы

Тулыраҡ: Вакцинация барышы

Башҡортостанға КОВИД19-ға ҡаршы вакцинаның 1 миллион 188 мең 98 миҡдары алынған. 12 август иртәһенә республика халҡының бер миллион ун һигеҙ мең йөҙ ҡырҡ өсө прививканың беренсе, 799 225 кеше ике компонентын да яһатҡан. Үткән тәүлектә ун туғыҙ мең ярым кеше вакцина ҡабул иткән, шуларҙың ун мең йөҙ алтмыш бише беренсе компонентты, туғыҙ мең өс йөҙ алтмыш алтыһы икенсеһен дә эшләткән. Алтмыш йәштән өлкәндәр араһында прививка яһатҡандарҙың 248 мең 805-е беренсе компонентты алған, 211 мең 725-е вакцинаның ике компонентын да ҡабул иткән.