Урман комплексы хеҙмәткәрҙәре һөнәри оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында “Ағас ҡырҡыусы-2021” бәйгеһен иғлан итте. 14 августа был өлкә белгестәре Иглинға Башҡортостандың етенсе чемпионатына саҡырыла. Көнэлгәре мәғлүмәттәр буйынса ярышта 10 команда ҡатнаша. Улар республиканың ҙур урман хужалығы предприятиеларын таныта. Урман ҡырҡыусылар 5 төрлө күнегеүҙә ярыша. Жюри һәр төрҙә эшселәрҙең һөнәри оҫталығын баһалап ҡына ҡалмай, ә хеҙмәт һағы менән техника хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүен дә тикшерә.
Тулы мәғлүмәт: һttps://industry.bashkortostan.ru/presscenter/news/385574/
ФОТО: https://zen.yandex.ru/media/id/5f20590edf6e1e0c55397a9c/chempionat-respu...