Янғындарҙы һүндерергә эре предприятиелар ярҙам итәсәк

Тулыраҡ: Янғындарҙы һүндерергә эре предприятиелар ярҙам итәсәк

Республикала янғындар менән бәйле иң етди хәл Хәйбулла районында. Ҙур майҙандар янды. Урындағы хәлде төбәк башлығы Радий Хәбиров шәхсән йөрөп ҡараны һәм киләсәктә ошондай янғын хәүефлеге көслө райондарға ярҙамға яҡындағы эре ойошмаларҙы беркетергә кәрәк, тигән тәҡдим еткерҙе. Улар эре, махсус техника менән тәбиғәт янғындарын еңергә ярҙам итәсәк. Кемдер янғын менән көрәшкән арала башҡалар тылда, йәғни штабта эшләй. Төшкө ашҡа өҫтәл әҙерләйҙәр. Аҙыҡ-түлекте бөтә район менән йыйҙыҡ, ти ирекмәндәр. 4 августан алып Хәйбуллала әленән-әле урмандар тоҡана. 8 усаҡтың 6-һы тулыһынса һүндерелгән.Штабтан бер километр алыҫлыҡта ғына аҫтан таралған янғын, мүк, үлән яныуы күҙәтелә. Унда ирекмәндәр һәм техника эшләй. Был Шайтантау ҡурсаулығы. Янғынды ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте, ирекмәндәр тырышлығы менән ауыҙлыҡлағандар. Башлыса бында ҡурсаулыҡ янында урынлашҡан Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы. Янғындар һүндерелгән, әммә һаман быҫҡып ятҡан майҙандарҙы Радий Хәбиров юғарынан ҡарап сыҡты. Аҙаҡ төбәк башлығы тәбиғәт янғындарын һүндереү буйынса оператив штабта кәңәшмә үткәрҙе. Дөйөм көстәрҙе барлап янғынға ҡаршы тороу юлдарын билдәләнеләр. Кәңәшмәлә Ураҙбай ауылы эргәһендәге сыҡҡан тағы бер янғын тикшерелде. Бында ут ауылға ныҡ яҡын, йорттарға тоҡаныуы ихтимал. Радий Хәбиров Хәйбулла районы халҡы менән осрашып уларҙың фекерен, һорауҙарын тыңлап кәңәшләшеп тә өлгөрҙө. Быйыл иң ҙур янғындар Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән, Учалы райондарында булды. Был 7 мең гектар көлгә әйләнгән урман. Әлеге мәлдә өс мең ярымдан ашыу гектар майҙанда һаман урман яна. Ут менән көрәшеү өсөн 1204 кеше һәм 285 берәмек техника йәлеп ителгән. Радий Хәбиров киләсәктә БСК, Газпромнефтехим һәм ошондай башҡа ойошмаларға янғындан зыян күргән райондарҙы беркетергә, уларға ярҙам итергә ҡушты. Компаниялар махсус эре техникалы бригадалар төҙөйәсәк. Шундай тәүге бригада Урал аръяғына юлланды ла инде.