Баш ҡалала халыҡтың 70 проценты прививка эшләткән

Тулыраҡ: Баш ҡалала халыҡтың 70 проценты прививка эшләткән

Өфөлә йәшәүселәрҙең 70 проценты коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән. Был турала ҡала хакимәтендәге оператив кәңәшмәлә әйтелде. Көҙгә кәм тигәндә 80 процентҡа еткереү бурысы тора. Оператив кәңәшмәнең көн ҡаҙағындағы төп тема – коронавирус. Сирләүселәр һаны кинәт артмай, әммә юғары ҡала. Шишәмбе иртәһенә мәҫәлән Өфөлә сирлеләр 15 мең 440 кеше булһа, тәүлек эсендә уларға тағы 100 сирле өҫтәлгән. Белгестәр һаҡлыҡ сараларын онотмаҫҡа һәм сирҙең тиҙ таралыусан икәнлеген иҫтә тоторғә кәңәш итә. Әйткәндәй, иммунизация буйынса Өфө 80 процентлыҡ планға яҡынлашып килә, республика буйынса күрһәткес 53 процент тирәһендә булһа, баш ҡалала халыҡтың 70 проценты прививка эшләткән. Өфө халҡын аҙна башында булған ваҡиға ҡыуандырмай ҡалмай. Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге күпер-үткәүелдә автомобилдәр хәрәкәте тергеҙелде. Күперҙе киңәйтеү сәбәпле яңы йыл байрамдарынан алып баш ҡаланың көнъяҡ ҡапҡаларында тығындар булды. Хәҙер иһә үткәүел мөмкинлектәре 30 процентҡа юғарыраҡ тине баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Ғәйфуллин.Реконструкцияға этәргес биргән Ағиҙел аша яңы күперҙә лә эштәр теүәлләнеү алдында. Объектта 246 кеше ике сменала эшләй. Октябрь аҙағында унан автомобилдәр йөрөй башларға тейеш, тиелде Оператив кәңәшмәлә.Ҡалала инженер селтәрҙәрен төҙөкләндереү буйынса ла әүҙем эштәр бара. Шунлыҡтан был аҙнала ҡаланың Калинин, Ленин һәм Октябрь райондарындағы йорттарҙа эҫе һәм һыуыҡ һыу һүндерелә. “Өфөводоканал” эшселәренә магистралдәрҙә авариялар сығыу хәүефе булған участкаларҙы яңыларына алмаштырыу бурысы тора. Әйткәндәй, коммуникациялар 80 процентҡа иҫкергән, уларҙы бер юлы яңыртыу мөмкинлеге юҡ, сөнки идарасы компаниялар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары һәм граждандар ҡулланған хеҙмәттәр өсөн 2 ми ллиард һумдан ашыу бурысын ҡайтармаған.