Рәсәйҙең фән һәм мәғариф министрлығы коронавирустан прививка эшләтмәгән йәки медицина сәбәптәре буйынса прививка эшләтеү ярамаған студенттарҙы дистанцион уҡытыуға күсереү хәйерлерәк, тип иҫәпләй. Был турала министрлыҡтан алынған мәғлүмәткә һылтанып ТАСС агентлығы хәбәр итте. Һуңғы алты айҙа вакцина яһатҡан студенттар ғына элеккесә уҡыуын дауам итә ала. Бынан тыш, юғары уҡыу йорттарына ятаҡҡа урынлашҡанда студенттар вакцинация йәки йәки медицина сәбәптәре буйынса прививка эшләтеү ярамау тураһында белешмә тапшырырға тейеш. Фән һәм мәғариф министрлығында шулай уҡ сит ил студенттарын вакцинациялау кәрәклеге тураһында ла белдерәләр. Быға тиклем Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова студенттарҙы вакцинациялау мотлаҡ түгел, әммә уларҙың яңы уҡыу йылына тиклем прививка эшләтеүе инфекцияның артабан таралыуын сикләргә мөмкинлек бирер ине, тип белдергәйне.
Студенттарҙы дистанцион уҡытыуға күсереү хәйерлерәк
Тулыраҡ: Студенттарҙы дистанцион уҡытыуға күсереү хәйерлерәк