Өфөнөң “Башфармация” келәтенә Спутник-Лайт вакцинаһының 17 000 дозаһы килтерелде. Ҡағиҙә буйынса, улар 18-20 градус һыуыҡ булған туңдырғыста һаҡлана. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, вакцина бында оҙаҡ ятмай, шунда уҡ медицина учреждениеларына оҙатыла. «Спутник Лайт» вакцинаһы ревакцинация, йәғни ҡасандыр был сирҙе үткәргәндәргә, шулай уҡ медицина күрһәтмәһе буйынса тап ошо вакцина тәҡдим ителгән граждандарҙың айырым ҡатламдарынаа тәғәйенләнгән. Бер компонентлы вакцинаны 18-ҙән 60 йәшкә тиклемгеләр генә эшләтә ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала вакцина эшләтеү өсөн бөтәһе 185 пункт эшләй. Поликлиниканан тыш, теләгән һәр кеше прививканы ҙур сауҙа үҙәктәрендә, “Торатау” Конгресс-холлында яһата ала. Бының өсөн алдан яҙылыу талап ителмәй. Башҡортостанда вакцина яһатыусылар 12 миллиондан ашты.
Өфөгә Спутник-Лайт вакцинаһының 17 000 дозаһы килтерелде
Тулыраҡ: Өфөгә Спутник-Лайт вакцинаһының 17 000 дозаһы килтерелде